Nabízeno v

Kredity

PERFORMING ARTISTS
Лилия Ишемьярова
Performer
Загир Исянчурин
Performer
COMPOSITION & LYRICS
С. Низаметдинов
Songwriter
З. Кутлугильдина
Songwriter

Texty

Миңә һине оноторға кәрәк,
Үткәндәрҙе ҡат-ҡат иҫләмәҫкә
Тик нисек һуң, ҡайҙан көс табырға?
Осрашыуҙар ҡабат эҙләмәҫкә.
Миңә һине оноторға кәрәк,
Берҙән- берем тиеп табынмаҫҡа.
Тик нисек һуң, ҡайҙан көс табырға?
Ҡараштарың һинең Һағынмаҫҡа.
Онотор ҙа инем бәлки һине,
Аймылышта итеп юлыбыҙҙы.
Ғүмерҙәрҙән әгәр юйып булһа,
Беҙҙе осраштырған йылыбыҙҙы.
Миңә һине оноторға кәрәк
Буш хыялдар менән йыуанмаҫҡа.
Тик нисек һуң, ҡайҙан көс табырға?
Осрашҡанда һине, ҡыуанмаҫҡа
Миңә һине оноторға кәрәк
Үткәндәрҙе ҡат- ҡат иҫләмәҫкә.
Тик нисек һуң, ҡайҙан көс табырға?
Осрашыуҙар тағы эҙләмәҫкә.
Written by: З. Кутлугильдина, С. Низаметдинов
instagramSharePathic_arrow_out