Nejlepší skladby od interpreta Альфия Юлчурина
Kredity
PERFORMING ARTISTS
Альфия Юлчурина
Performer
COMPOSITION & LYRICS
С. Низаметдинов
Songwriter
З. Ханнанова
Songwriter
Texty
Күл өҫтөндә яңғыҙ аҡҡош,
Был юғалтыу әллә табыш,
Уның тыны шундай таныш,
Йөрәгемдә яҡты һағыш.
Күл өҫтөндә яңғыҙ аҡҡош,
Саҡырһамда бирмәй тауыш,
Араларҙы бикләй ҡамыш,
Әллә рәнйеү, әллә ҡарғыш.
Күл өҫтөндә яңғыҙ аҡҡош,
Мөхәббәтем ғазап ҡатыш,
Һине ситкә илтә яҙмыш,
Әллә юрый, әллә яңлыш.
Китмә осоп, аҡҡошҡайым,
Һауышайыҡ табып яйын,
Мин бит доғо урынына,
Бер үк һүҙҙе ҡабатлайым.
Һин ҡояшым, минең айым.
Шаһит талдар,
Шаһит ҡайын,
Мин бүтәнде яратмайым.
Written by: З. Ханнанова, С. Низаметдинов