Hudební video

Nabízeno v

Kredity

Texty

Беҙ һуғышҡа ингәндә
Бәхилләштек барыбыҙ
Беҙ һуғыштан сыҡҡанда
Алдан сыҡты даныбыҙ
Любезники, любизар
Маладис, маладис
 
Француздар килеп ингән
Мәскәү тигән ҡалаға
Беҙҙең ғәскәр ҡыҫып алғас
Сығып ҡасты далаға
Любезники, любизар
Маладис, маладис
 
Наполеонға тәхет кәрәк
Үҙ еренә һыймаған
Мәскәүҙәргә килеп ингәс
Ул да үҙен һынаған
Любезники, любизар
Маладис, маладис
 
Француздар танынылар
Әрәсәйҙә үҙҙәрен.
Урыҫ, башҡорт ҡыҫмаҡлағас
Табалмайҙар эҙҙәрен
Любезники, любизар
Маладис, маладис
 
Мәскәүгә лә керҙек беҙ
Парижде лә күрҙек беҙ
Француздарҙы еңгәндә
Ер емертеп йөрөнөк беҙ
Любезники, любизар
Маладис, маладис
Written by: Public Domain
instagramSharePathic_arrow_out