Nejlepší skladby od interpreta Гальсар Байгускарова
Kredity
PERFORMING ARTISTS
Гальсар Байгускарова
Performer
COMPOSITION & LYRICS
Гальсар Байгускарова
Songwriter
Texty
Моң шишмәһе – һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле.
Иң тәү миңә һин өйрәттең әсәй һүҙен
Иң тәү миңә һин күрһәттен дуҫлыҡ юлын
Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең
Мәңге йәшә, эй, һөйөклөм, башҡорт теле.
Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем терәнһең һин
Айға көнгә тиңләмәйем, гүзәлһең һин
Ҡаяларға тиңләмәйем бөйөкһөң һин
Эй хиҡмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле
Атам теле, әсәм теле, минең телем.
Written by: Гальсар Байгускарова