Nejlepší skladby od interpreta Ильнур Калямов
Kredity
PERFORMING ARTISTS
Ильнур Калямов
Performer
Динар Насибуллин(БОРОДА)
Performer
COMPOSITION & LYRICS
Ильнур Калямов
Songwriter
Texty
Илкәем
Ҡоштар оса тағы йылы эҙләп
Күрә алырмынмы ҡайтҡанын
Күкрәгеңдән моңдар китмәһен тип
Һине уйлайым мин илкәем
Күрә алырмынмы таң атҡанын
Ҡарап ҡалам ҡояш батҡанын
Йөҙҙәреңдән нурҙар китмәһен тип
Һине уйлайым мин илкәем
Тыуған ерем дә бит мине көтә
Көткән кеүек әсә улҡайын
Ергенәмдең көсө китмәһен тип
Һине уйлайым мин илкәем
Егеттәрҙең хоҡуҡтары
Көрәштәрҙәрҙә яулана
Көрәшмәһәң,юлламаһаң
Һинән ниндәй эҙ ҡала?
Батырҙар эҙҙәр һала
Әле лә бар халҡымда
Салауаттай батырҙар
Улар зарланыуҙы белмәй
Ғәмәл ҡылып ятырҙар
Беҙҙең батыр егеттәр
Яуҙан иҫән ҡайтһындар
Written by: Ильнур Калямов