Texty

Кеше килгәс яҡты донъяға
 Күктә бер йондоҙ ҡабына
 Минең дә йондоҙом
 Яҡтырта юлымда
 Ул тора яҙмышым һағында
 Көс бирә арыған сағымда
 Туры юл күрһәтә аҙашып ҡалғанда
 Күңелем моңдарға тулғанда
 
 Һүнмә генә минең йондоҙом
 Балҡы яҙмышым күгендә
 Еңел булмаһа ла юлым
 Мин бәхетле был ергә килгәнгә
 
 Йондоҙҙар бик күп йыһанда
 Минең дә йондоҙом бар унда
 Ваҡыт еткәс бер мәл
 Һүнәсәк бит ул да
 Нурҙар сәсеп ергә артылыр
 Һуңғы тапҡыр юлды яҡтыртыр
 Тик әлегә балҡый
 Минең башым осомда
 Йыуата моңланған сағымда
 
 Һүнмә генә минең йондоҙом
 Балҡы яҙмышым күгендә
 Еңел булмаһа ла юлым
 Мин бәхетле был ергә килгәнгә
 
 Һәр кемдең бар үҙ йондоҙо
 Һәр кемдең бараһы үҙ юлы
 Шатлыҡтары ҡайғы
 Үҙ моңо-зардары
 Әгәр ҙә ауыр хәлдә ҡалһам
 Тормошҡа ышаныс юғалтһам
 Үҙ йондоҙом мине
 Йыуатыр ташламаҫ
 Ул мине яңғыҙым ҡалдырмаҫ
 
 Һүнмә генә минең йондоҙом
 Балҡы яҙмышым күгендә
 Еңел булмаһа ла юлым
 Мин бәхетле был ергә килгәнгә
Written by: Юльякшин Радик Мухарлямович
instagramSharePathic_arrow_out