Texty

Күңелем йырҙарын
Бүләк иттем болоттарға
Осорға тиеп ынтылдым
Ышанып яҙыҡ ҡанаттарға
Бейек үрҙәр, текә ҡаялар
Үтмәҫлек упҡын минең юлымда
Шулай ҙа алға барам мин
Эләкһәм дә әжәл ҡулына
Һинең күҙҙәрең
Әйткән һүҙҙәрең
Төш булып ҡала
Әммә ләкин
Һуң тугел
Диңгеҙ төбөндә
Һүнгән утты
Яндырам мин
Яндырам мин
Эҙләйем туҡтамай
Тапалмаған һуҡмаҡтарҙы
Күктән төшкән ҡара болот
Ҡаплай беҙҙең араларҙы
Көн артынан көндәр үтә
Илай болот, йәлләмәй йәштәрен
Түҙемлектең сиге бөткәс
Билдәһеҙлек күрһәтә тештәрен
Һинең күҙҙәрең
Әйткән һүҙҙәрең
Төш булып ҡала
Әммә ләкин
Һуң тугел
Диңгеҙ төбөндә
Һүнгән утты
Яндырам мин
Яндырам мин
Һинең күҙҙәрең
Әйткән һүҙҙәрең
Төш булып ҡала
Әммә ләкин
Һуң тугел
Диңгеҙ төбөндә
Һүнгән утты
Яндырам мин
Written by:
instagramSharePathic_arrow_out