Nabízeno v

Kredity

PERFORMING ARTISTS
Ринат Такалов
Performer
Сафаргалиева Зульфира Миргазиановна
12-String Acoustic Guitar
COMPOSITION & LYRICS
Губайдуллина Миляуша Миннегареевна
Songwriter
Сафаргалиева Зульфира Миргазиановна
Songwriter

Texty

Ҡарлуғас йырлауҙары
Таң елдәре иҫкән саҡта
Ҡарлуғастар ҡағына
Улар моңло йырлағанға
Йөрәк һине һағына
Һайра һайра, ҡарлуғасым
Йырла әйҙә өҙҙөрөп
Һағышланған йөрәгемде
Булыр микән түҙҙереп
Шул тиклем дә моңло итеп
Йырлайһығыҙ бит күктән
Өҙөлә бит үҙәккәйем
Аңлаһағыҙсы икән
Әлдә һеҙ бар, ҡошҡайҙарым
Күңелде йыуатырға
Түҙемлек бир йөрәгемә
Һеҙҙе көтөп алырға
Written by: Губайдуллина Миляуша Миннегареевна, Сафаргалиева Зульфира Миргазиановна
instagramSharePathic_arrow_out