Featured In

Credits

PERFORMING ARTISTS
Радик Вальмухаметов
Performer
COMPOSITION & LYRICS
З. Рахматуллина
Songwriter

Lyrics

Тыуған яғым ялан-ҡырлы,
Ҡунаҡ өҫтөлдәре һыйлы,
Туғандарҙы йыйған ул.
Ҡояш беҙгә нурын һибә,
Йөрәктәр ҙә бергә тибә,
Йырламайса булмай шул.
Яҙмыш йылғалары ағын,
Ултырайыҡ әле тағын,
Тыуған йортҡа ҡайтайыҡ!
Оло юлда туҙан туҙа,
Ғүмеркәйҙәр оса-уҙа,
Туғанлыҡты һаҡлайыҡ!
Тыуған яҡта һыу ҙа татлы,
Ҡара төндәре лә яҡты,
Ата йорто көтә бит.
Ҡыүанышып-серләшергә,
Күгәрсендәй гөрләшергә
Бер күрешеү етә бит!
Тыуған яҡҡа оса ҡаҙҙар,
Шаулап-гөрләп килгәс яҙҙар,
Гөлдәр һибелгәс ергә.
Беҙҙе көткән таңдар атҡан,
Тыуған йортҡа юлдар ятҡан -
Йәшәйек бергә-бергә!
Written by: З. Рахматуллина
instagramSharePathic_arrow_out