Top Songs By Гальсар Байгускарова
Credits
PERFORMING ARTISTS
Гальсар Байгускарова
Performer
COMPOSITION & LYRICS
Кульсарин Фатих Фаритович
Songwriter
Талхина Дина Азатовна
Songwriter
Lyrics
Һәр кешене Алла бәхет өсөн яратҡан
Алтын ҡояш нурҙарын өҫтәренә таратҡан
Өр-яңы көн тыуғанда,
Наҙҙар һирпкән таңдарға
Уй, аҡыл, хистәр биргән мөхәббәтте аңларға
Һәр кешене Алла бәхет өсөн яратҡан
Алтын ҡояш нурҙарын өҫтәренә таратҡан
Бирешмәҫ йөрәк биргән еңмәйенсә тынмаҫҡа
Баш эймәҫ холоҡ биргән һынауҙарҙа һынмаҫҡа
Һәр кешене Алла бәхет өсөн яратҡан
Алтын ҡояш нурҙарын өҫтәренә таратҡан
Өмөт ҡәләме биргән яҙмыш юлын яҙырға
Тыңғыһыҙ күңел биргән юғалтҡанды табырға
Һәр кешене Алла бәхет өсөн яратҡан
Алтын ҡояш нурҙарын өҫтәренә таратҡан
Written by: Кульсарин Фатих Фаритович, Талхина Дина Азатовна