Credits
Lyrics
Ҡулдарыңды йәйәһең
Бикләнеп офоҡтарҙа
Ҡарай алмай үткән
Юлдарыңа
Йәшен булып осалар
Ярылған хаталарың
Тәрән моңһоулоҡтоң
Ҡосағына
Тирә-яҡ бушағанда
Уйҙарың буталғанда
Күңелең һинең ҡайҙарҙан
Нур алыр
Тормошоң утрауында
Һин яңғыҙың ҡалғанда
Бәхетең шишмәһе ҡайҙа
Ағылыр
Ағылыр
Күктән иҫкән елдәрҙең
Тейәме бер тамсыһы
Йәнеңдең иреклек
Елкәненә
Етәкләп ҡулдарыңдан
Баласағың еләме
Сихри һәм билдәһеҙ
Киләсәгенә
Тирә-яҡ бушағанда
Уйҙарың буталғанда
Күңелең һинең ҡайҙарҙан
Нур алыр
Тормошоң утрауында
Һин яңғыҙың ҡалғанда
Бәхетең шишмәһе ҡайҙа
Ағылыр
Ағылыр