Titres les plus populaires de Ilgizmo
Titres similaires
Crédits
INTERPRÉTATION
Ilgizmo
Interprète
COMPOSITION ET PAROLES
Ильгиз Муллагалямов
Paroles/Composition
Paroles
Йөрәгем, ниҙер көтә
Күрәһең, хистәр өтә
Ҡалтырай талпына батҡандай ялҡынға
Бер күргәнем етә ҡалды баштан яҙырға
Ҡояш менән бутаным йөҙөңдө, йөҙөңдө
Нисек кенә мин һинән өҙөрмөн күҙемде
Тырышып та ҡараным төшөрөп күңелде
Хистәремдән тыйырға үҙемде
Бармы һин? Юҡмы һин? Ҡайҙа һин? Кемдән һорарға?
Үрҙәргә менермен йәки әҙермен түбән ҡоларға
Әҙермен йырларға, көлөргә, иларға
Тик һинең турала көн дә уйларға
Ҡояш менән бутаным йөҙөңдө, йөҙөңдө,
Нисек кенә мин һинән өҙөрмөн күҙемде
Тырышмайым ни өсөн төшөрөп күңелде
Хистәремдән тыйырға үҙемде
Ҡояш менән бутаным йөҙөңдө, йөҙөңдө,
Нисек кенә мин һинән өҙөрмөн күҙемде
Тырышмайым ни өсөн төшөрөп күңелде
Хистәремдән тыйырға үҙемде
Written by: Ильгиз Муллагалямов