Crédits

INTERPRÉTATION
Гальсар Байгускарова
Interprète
COMPOSITION ET PAROLES
Салават Ахмадиевич Низамутдинов
Paroles/Composition
Тимербай Юсупович Юсупов
Paroles/Composition

Paroles

Бәүелсәктә бәүелә ҡыҙ бала,
Йөрәгем, йөрәгем ҡуҙғала.
Әйтә алмай быуылып һүҙ ҡала,
Бәүелсәктә бәүелә ҡыҙ бала.
Һауала йондоҙ балҡышы,
Ә ерҙә - атаның тауышы,
Ҡурсалай, ҡурсалай ил ҡотон:
«Ныҡ тотон, ныҡ тотон!»
 
Бәүелсәктә ҡыҙ бала бәүелә,
Әйтерһең, һауаға бәрелә,
Йондоҙҙан еремә кәйелә,
Бәүелсәктә ҡыҙ бала бәүелә.
 
Уяу торалар кешеләр,
Уяу торалар күршеләр.
Йөрәгем, йөрәгем ҡуҙғала,
Бәүелсәктә бәүелә ҡыҙ бала.
Written by: Салават Ахмадиевич Низамутдинов, Тимербай Юсупович Юсупов
instagramSharePathic_arrow_out

Loading...