क्रेडिट्स
गाने
Арғужаҡай буйлап йөрөгәнемдә
Ятып ҡалды ҡайыш дилбегәм
Дилбегәм дә өсөн ҡайғырмайым
Ятып ҡалды тыуған илгенәм
Миәс кенә буйы, ай, һары тал
Юнып ҡына ҡуйған уҡ кеүек
Уйлағанда уйым, ай, юҡ кеүек
Эскенәйем яна ут кеүек
Ишеккәйем асып мин ҡараһам
Ҡамсат ҡына бүркем сөйҙә юҡ
Вәсил мулла улы Шәрәфетдин
Баструкта ята, өйҙә юҡ
Written by: Public Domain