Ziliya Bahtieva के शीर्ष गीत
क्रेडिट्स
PERFORMING ARTISTS
Ziliya Bahtieva
Performer
COMPOSITION & LYRICS
Рахимов Ришат Ахматович
Songwriter
गाने
Тормошта барыһы була
Әҙҙән дә күңел тула
Ҡай ваҡыт йөрәк яна
Эйе шул тормоштоң үҙ талабы
Тик табылыр сәбәбе
Һуғыр бәхет сәғәте
Ни генә булһа ла
Күңелдәр тулһа ла
Йөрәктәр янһа ла
Барыһы - алда
Алда беҙгә тигән
Көндәр бына тигән
Аҡ күлдәген кейгән
Һөйөнөс килгән
Тик беҙгә тигән бәхет килгән
Ул булыр йыраҡтарҙан
Йылмайып беҙгә сәләм биргән
Типһен әле йөрәк
Донъя матур ни тиһәк тә
Ҡай ваҡыт унан биҙһәк тә
Илаһаҡ та йә көлһәк,ни тиһәк тә
Яратамын был тормоштоң
Көҙҙәрен,йәйен һәм ҡышын
Ғүмеркәйҙәрҙең ағышын
Яҙ һулышын
Тормошта барыһы була
Әҙҙән дә хәтер ҡала
Ҡай ваҡыт йөрәк яна
Эйе шул тормоштоң матурлығын
Донъяның яҡтылығын
Күрмәй ҡалмағыҙ тағын
Ни генә булһа ла
Хәтерҙәр ҡалһа ла
Йөрәктәр янһа ла
Уҙырҙар барыһы
Онотолор-онотһаң
Тормошто яратһаң
Йәшәү йәмен тапһаң
Өмөтлө булһаң
Тик беҙгә тигән бәхет килер
Ҡаршы ал мине тейер
Йылмайып беҙгә сәләм бирер
Типһен әле йөрәк
Written by: Рахимов Ришат Ахматович