में प्रस्तुत

क्रेडिट्स

PERFORMING ARTISTS
Элвин Грей
Элвин Грей
Performer
COMPOSITION & LYRICS
Юльякшин Радик Мухарлямович
Юльякшин Радик Мухарлямович
Songwriter

गाने

Хыялымда тыуҙы һинең һының
Татылмаған мөхәббәт йырым
Ул йыр әле беҙҙең йырланмаған
Гитаралар сиртелмәгән ҡылын
Мин таныйым һинең күҙҙәр
Күк төҫөндә алғыҙ төнөнөн
Мин беләм ошо көнгәсә гел
Йыһанда аҙашып йөрөнөң
Һинән еләк еҫе аҡый һиҙәм
Иренеңдән килә бал тәме
Һинең ҡуйының буран, ел, ямғырҙан
Һаҡлай алыр доньямдың йәмен
Мин таныйым һинең күҙҙәр
Күк төҫөндә алғыҙ төнөнөн
Мин беләм ошо көнгәсә гел
Йыһанда аҙашып йөрөнөң
Беҙ йырларбыҙ йырланмаған йырҙы
Гитараның сиртеп ҡылдарын
Алғыҙ төнө, татлы еләк тәме
Еңеләйтер тормош юлдарын
Мин таныйым һинең күҙҙәр
Күк төҫөндә алғыҙ төнөнөн
Мин беләм ошо көнгәсә гел
Йыһанда аҙашып йөрөнөң
Written by: Юльякшин Радик Мухарлямович
instagramSharePathic_arrow_out