歌詞
Балаҡайым, сәңгелдәгең ала ҡарғаға ҡала,
Ай, ҡала.
Әсә һөтөн тәмләп һурып, сабый йоҡоға тала,
Ай, тала.
Балабыҙҙы ҡалдырабыҙ, ҡарғалар
Һеҙ ҡарағыҙ, ҡарағыҙ.
Дошман беҙҙе ҡыуып килә
Илгә ҡайтып барабыҙ, барабыҙ.
Тәрирә-тирирә -тирәрәрәм
Тәрирә-тирирә-тиирирәрәм
Тәририрәрәм-тәриирәрәм.
Ҡара, ҡара, атаһы ла!
Үлмәгән бит балабыҙ, балабыҙ!
Атаң-әсәң ҡулындаһың,
Әйләнеп беҙгә ҡара, беҙгә ҡара.
Һа-ааа...
Әйләнеп беҙгә ҡара, беҙгә ҡара.
Тәрирә-тирирә -тирәрәрәм
Тәрирә-тирирә-тиирирәрәм
Тәририрәрәм-тәриирәрәм.
Written by: Traditional