Ябай Малай의 상위 곡
유사한 곡
크레딧
실연 아티스트
Ябай Малай
실연자
작곡 및 작사
Dzhemalkhan
송라이터
Gul'fija Shakirova
송라이터
Jamil' Baymurzin
송라이터
가사
1) Йөрөйһең һин, йәнкәйем,
Ҡайҙарҙа ғына.
Һиңә атап йырҙар яҙам,
Һин тыңла ғына.
Түңәрәк күл буйҙарында,
Йөргән инек беҙ.
Бына тиҙҙән осрашырбыҙ,
Күп ҡалманы, түҙ.
Ҡушымта:
Аҡ сәскәләр, аҡ сәскәләр бүләк итәм һиңә,
Аҡ сәскәләй аҡ бәхеттәр теләйем һиңә
2) Түңәрәк күл эстәрендә,
Аҡҡоштар йөҙә.
Пар аҡҡоштар бәхет юрай,
Ай, иркәм, беҙгә.
Мөхәббәттән осар ҡанат,
Үҫкәнме әллә.
Ҡоштай осам һинең янға,
Йәнем шул хәлдә.
Ҡушымта:
Аҡ сәскәләр, аҡ сәскәләр бүләк итәм һиңә,
Аҡ сәскәләй аҡ бәхеттәр теләйем һиңә
Written by: Dzhemalkhan, Gul'fija Shakirova, Jamil' Baymurzin