크레딧
실연 아티스트
Зульфир Басыров
실연자
작곡 및 작사
Айгуль Валиуллина
송라이터
가사
Ҡара әле, ҡара, йыраҡ түгел ара
Кил һин, йөрәгемде ҡайнар утҡа һалма
Болот араһынан сыҡҡан кояш кеүек
Балҡып сыҡһаң ине, сыҡһаң ине көлөп
Яна инде яна, уттар ҡапҡан йәнгә
Әллә күмәйҽм микән, яңы яуған ҡарға
Ниңә ишетмәйһең, әйткән һүҙҙәремде
Һынайһыңмы шулай минең түҙҽремде
Ҡағыл әле, ҡағыл, наҙлап иңдәремә
Һинең кеүек юҡтыр, һиңә тиңдәре лә
Бәхҽт ҡанатында парлап осайыҡ әйҙә
Икәү генә белгән, беҙҙе белгән йәйгә
Үрел әле, үрел, наҙлап иренемә
Күмел әле күмел, татлы һөйөүемә
Түгел әле, түгел, һуңға ҡалдыҡ, тимә
Һөйөү булып түгел, яндарыма кил дә
Written by: Айгуль Валиуллина