유사한 곡
크레딧
실연 아티스트
Фидан Гафаров
실연자
작곡 및 작사
Рим Хасанов
작곡가
Наҗар Нәҗми
송라이터
프로덕션 및 엔지니어링
Рим Хасанов
프로듀서
가사
Аҡты ташып, аҡты ярһып ҡар һыуҙары.
Шулдыр инде яҙҙың ташыу ярһыуҙары.
Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр.
Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр.
Һин ғүмер ағыштары,
Һин минең һағыштарым,
Һин минең шатлыҡ илем.
Юғалтыу табыштары.
Һин минең һағыштарым.
Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға.
Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға.
Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да,
Ағышынан эҙҙәр, ҡала эҙҙәр, ҡала.
Һин ғүмер ағыштары,
Һин минең һағыштарым,
Һин минең шатлыҡ илем.
Юғалтыу табыштары.
Һин минең һағыштарым.
Бына инде тағы ергә ҡарҙар яуа.
Бөтә нәмә туңған төҫтә ҡар аҫтында.
Һыуҙар аға, айҙар аға, йылдар аға.
Һине күрәм айҙа, йылдар ҡарашында.
Һин ғүмер ағыштары,
Һин минең һағыштарым,
Һин минең шатлыҡ илем.
Юғалтыу табыштары.
Һин минең һағыштарым.
Written by: Наҗар Нәҗми, Рим Хасанов