제공

크레딧

실연 아티스트
Диана Шигапова
실연자
작곡 및 작사
Шарапов Айнур Рафикович
송라이터
Шакирова Гульфия Масгутовна
송라이터

가사

Беҙҙең тормош шаулы дингеҙ
Күңелдәр яҙғы ташҡын
Эй, дуҫҡайым, ярты юлда
Туҡталма, алға ашкын
Тормошобоҙ, тормошобоҙ
Яҡты яҙҙарҙан торһон
Яҡты яҙҙарҙан торһон
Шатлыҡтарҙы бүлешерҙәй
Янда дуҫтарың булһын
Тәбиғәткә яҙҙар килһә
Күңел дә сәскә ата
Ҡабатланмаҫ йәшлек хисе
Ул ғүмерҙе оҙайта
Тормошобоҙ, тормошобоҙ
Яҡты яҙҙарҙан торһон
Яҡты яҙҙарҙан торһон
Шатлыҡтарҙы бүлешерҙәй
Янда дуҫтарың булһын
Дуҫтар менән гөрләшкәндә,
Көнөбөҙ була байрам
Һәр миҙгелде шатлык итеп
Шулай йәшәргә өйрән
Тормошобоҙ, тормошобоҙ
Яҡты яҙҙарҙан торһон
Яҡты яҙҙарҙан торһон
Шатлыҡтарҙы бүлешерҙәй
Янда дуҫтарың булһын
Written by: Шакирова Гульфия Масгутовна, Шарапов Айнур Рафикович
instagramSharePathic_arrow_out