Элвин Грей의 상위 곡
크레딧
실연 아티스트
Элвин Грей
실연자
작곡 및 작사
Юльякшин Радик Мухарлямович
송라이터
가사
Һин минең күңелде бик күптән яулап алдың
Йәшәйһең йөрәктә, мәңгегә йәнемдә ҡалдың
Иң наҙлы, иң татлы уйҙарға мине һалдың
Иң яҡты мөхәббәт йондоҙо булып яндың
Янымда һин булғас, йәнкәйем, ҡанатлы, ҡанатлы мин
Әлдә һин бар тейеп, мең тапҡыр ҡабатлап, ҡабатлайым
Йәйҙәрзең иң нурлы, иң яҡты ҡояшы, ҡояшылай
Балҡыйһың һин миңә ҙур бәхет балҡышы, балҡышылай
Янымда һин булғас кәрәкмәй миңә бер кем
Һин тейеп таң ата, һин тейеп үтә бит һәр көн
Һинең менән генә тормошом минең бөтөн
Килереңде белдем шуға ла мин һине көттөм
Янымда һин булғас, йәнкәйем, ҡанатлы, ҡанатлы мин
Әлдә һин бар тейеп, мең тапҡыр ҡабатлап, ҡабатлайым
Йәйҙәрзең иң нурлы, иң яҡты ҡояшы, ҡояшылай
Балҡыйһың һин миңә ҙур бәхет балҡышы, балҡышылай
Written by: Юльякшин Радик Мухарлямович