크레딧

실연 아티스트
Айгуль Сагынбаева
실연자
작곡 및 작사
Шамиль Шарипов
작곡가
Гульнур Куатова
송라이터

가사

Көслө, тиҙәр мине һәр береһе,
Көлә, тиҙәр ихлас күңелдән.
Тик белмәйҙәр бәхет табыр өсөн
Күпме тырышлығым түгелгән.
Таштар булһам ыуалыр ҙа инем
Ҡом бөртөгө булып түшәлеп,
Юҡҡа сығыр инем... тик мин кеше,
Көстәр таптым, еңдем үртәлеп.
Йылға булһам кипкән булыр инем,
Баҫылыр ҙа инем ел булһам...
Кеше булып, көслө булған өсөн
Тайпылмайса барам ҙур юлдан.
Таштар булһам ыуалыр ҙа инем
Ҡом бөртөгө булып түшәлеп,
Юҡҡа сығыр инем... тик мин кеше,
Көстәр таптым, еңдем үртәлеп.
Көслө тиҙәр мине, ә мин рухлы,
Таштан, тимерҙәрҙән көслөрәк.
Еңер өсөн барлыҡ һынауҙарҙы,
Күңелдәргә ныҡлы рух кәрәк.
Таштар булһам ыуалыр ҙа инем
Ҡом бөртөгө булып түшәлеп,
Юҡҡа сығыр инем... тик мин кеше,
Көстәр таптым, еңдем үртәлеп.
Юҡҡа сығыр инем... тик мин кеше,
Көстәр таптым, еңдем үртәлеп.
Written by: Гульнур Куатова, Шамиль Шарипов
instagramSharePathic_arrow_out