가사
Һандуғастың моңло йырын
Таңда елдәр тарата
Унда һин булғанға ғына
Был доньяны яратам
Мин йәшәйем шуға бәхетлемен
Мин йырлайым шуға бәхетле
Һин янымда булған саҡта ғына
Тоям йәнем ошо бәхетте
Мин йәшәйем шуға бәхетлемен
Мин йырлайым шуға бәхетле
Һин янымда булған саҡта ғына
Тоям йәнем ошо бәхетте
Һандуғастың моңло йөрәгенән
Мөхәббәте ҡойола
Һин янымда булған саҡта ғына
Донья бөтөн тойола
Мин йәшәйем шуға бәхетлемен
Мин йырлайым шуға бәхетле
Һин янымда булған саҡта ғына
Тоям йәнем ошо бәхетте
Көҙөн йылы эҙләп киткәндә лә
Йөрәгемдә ҡала һандуғас
Мин йырлайым һағыш өткәндә лә
Күңелемдә йәнем һин булғас
Мин йәшәйем шуға бәхетлемен
Мин йырлайым шуға бәхетле
Һин янымда булған саҡта ғына
Тоям йәнем ошо бәхетте
Мин йәшәйем шуға бәхетлемен
Мин йырлайым шуға бәхетле
Һин янымда булған саҡта ғына
Тоям йәнем ошо бәхетте
Һин янымда булған саҡта ғына
Тоям йәнем ошо бәхетте
Written by: Миляуша Галиева, Раиль Уметбаев


