Лучшие песни Элвин Грей
Создатели
ИСПОЛНИТЕЛИ
Элвин Грей
Исполнитель
МУЗЫКА И СЛОВА
Юльякшин Радик Мухарлямович
Автор песен
Слова
Моңһоу ҡарай яңғыҙ тулы ай
Хистәр дулай инде нисә ай
Һинһеҙ йәнем минең
Күңлем йәм таба алмай
Һине уйлап йөрәгем илай
Һине уйлап йәрәгем һыҡтай
Ниңә генә иркәм һаман да
Бергә булып булмай
Белмәйем мин йәнем һин ҡайҙа
Һауала ай, моңһоу ҡарай
Ул да моң һағыштарҙан тулы буғай
Былай булмай, тап берәй яй
Кил һуңламай
Онотолмай йондоҙло төндәр
Онотолмай бәхетле көндәр
Бергә үткәргән мөхәббәтле
Йәйге миҙгелдәр
Онотолмай һылыу буй-һының
Онотолмай шат йылмайыуың
Хәлдәремде аңлаһа
Ай ғына аңлай буғай
Белмәйем шул йәнем һин ҡайҙа
Һауала ай, моңһоу ҡарай
Ул да моң һағыштарҙан тулы буғай
Былай булмай, тап берәй яй
Кил һуңламай
Written by: Юльякшин Радик Мухарлямович