В составе

Создатели

ИСПОЛНИТЕЛИ
Рустем Шагбалов
Рустем Шагбалов
Исполнитель
МУЗЫКА И СЛОВА
М. Газетдинов
Автор песен
А. Атнабаев
Автор песен

Слова

Был донъяның көҙҙәре лә матур,
Киткән ҡоштар, әйҙә, китһендәр,
Үткән ғүмерең кире ҡайтмаҫ, тиеп,
Баш осоңдан, әйҙә, үтһендәр.
Һинең менән беҙ йөрөгән юлдарға,
Киткән ҡоштар юлы тиңме ней?
Һинән башҡа ғүмерем йәмһеҙ минем,
Һинән башҡа мин ул минме ней?
Моңһоу ғына аҡҡан көндәрем дә,
Һин булғанға йырлап ага бит,
Һин булғанға минем йөрәгем дә,
Йәш саҡтағы һымаҡ ҡаға бит.
Үткән ғүмер кире ҡайтмаһа ла,
Киткән ҡоштар кире ҡайтыр ул,
Был донъяның көҙләре ла матур,
Һин булғанға шулай матур ул.
Көҙҙәрҙең бит яҙҙары ла була,
Китеүҙәрҙең була ҡайтыры,
Яндарымда һин ҡалаһың әле,
Һинең менән донъя матур ул.
Written by: А. Атнабаев, М. Газетдинов
instagramSharePathic_arrow_out