Featured In

Credits

PERFORMING ARTISTS
Зульхиза Ильбакова
Performer
COMPOSITION & LYRICS
Ильбакова Зульхиза Ишмуратовна
Songwriter

Lyrics

Күктә, йондоҙарҙа йәнем
Эҙҙәреңде мин эҙләнем
Күрергә тағын бер күҙҙәрең
Ишетергә наҙлы һүҙең
Аҙаша яңғыҙ күңелем
Түҙә алмай бит йөрәгем
Яндым, көйҙөм, әммә түҙҙем
Сиктән аша мөхәббәтем
Беренсе мөхәббәт ваҡыты килеп етә
Беренсе мөхәббәт- ул йөрәгеңде өтә
Беренсе мөхәббәт хистәреңде һин тыйма
Тойғоңдо әйтмәй ҡалма, оялма
Һиндә мин үҙемде таптым
Яңы хис- тойғолар астым
Һин минең ҡышым һәм яҙым
Төшөм , өнөм һәм хыялым
Көндәрен дә, төндәрен дә
Һиндә генә бар уйҙарым
Һинең наҙлы күҙҙәреңдә
Мин яҙмышымды юғалттым
Беренсе мөхәббәт ваҡыты килеп етә
Беренсе мөхәббәт- ул йөрәгеңде өтә
Беренсе мөхәббәт хистәреңде һин тыйма
Тойғоңдо әйтмәй ҡалма, оялма
Written by: Ильбакова Зульхиза Ишмуратовна
instagramSharePathic_arrow_out