Lyrics
Әкиәт донъяһын
Бер ваҡыт үтеп сығыр булһаң
Балалар күҙлегенән
Донъяға ҡара
Хыялың утрауында
Яңғыҙың ғына тороп ҡалһаң
Алдағы тормошоңдо
Елдәрҙән һора
Йөрәгеңдәге боҙҙарҙы
Иретерҙәр минең ҡулдар
Хыялыңдағы илдәргә
Яҡынайыр һинең юлдар
Күҙҙәреңде һин йәшермә
Ышанма ялған һүҙҙәргә
Үҙ яҙмышыңдың хужаһы
Булырға тейешһең һин генә
Атлайһың туҡтамай
Белмәйсә барған юлдарыңды
Ҡанлы эҙҙәреңде
Ерҙә ҡалдырып
Түҙемлек сынйырҙары
Бығаулай һинең ҡулдарыңды
Ирекле йөрәгеңә
Һағыш һалдырып
Йөрәгеңдәге боҙҙарҙы
Иретерҙәр минең ҡулдар
Хыялыңдағы илдәргә
Яҡынайыр һинең юлдар
Күҙҙәреңде һин йәшермә
Ышанма ялған һүҙҙәргә
Үҙ яҙмышыңдың хужаһы
Булырға тейешһең һин генә
Йөрәгеңдәге боҙҙарҙы
Иретерҙәр минең ҡулдар
Хыялыңдағы илдәргә
Яҡынайыр һинең юлдар
Күҙҙәреңде һин йәшермә
Ышанма ялған һүҙҙәргә
Үҙ яҙмышыңдың хужаһы
Булырға тейешһең һин генә