类似歌曲
制作
出演艺人
Азамат Тимиров
表演者
作曲和作词
Ю. Узянбаев
词曲作者
М. Карим
词曲作者
歌词
Йылғалар төнөн һөйләшә,
Болот тауҙарға ҡунғас;
Йөрәктәр төнөн серләшә,
Аяҡ тауышы тынғас.
Ниңә шулай? Бит йылғалар
Көндөҙ ҙә аҡмай тормай,
Төнөн серләшкән йөрәктәр
Көндөҙ ҙә ҡаҡмай тормай.
Таң һыҙыла. Ә йылғалар
Һаман сылтыр - сылтыр...
Күрәһең инде, йыһандың
Ғишыҡ сәғәте шулдыр.
Written by: М. Карим, Ю. Узянбаев