精选于

制作

出演艺人
Азамат Тимиров
表演者
作曲和作词
Д. Булгакова
词曲作者
Ю. Узянбаев
词曲作者

歌词

Ниҙәр булды икән һиңә, ниҙәр?
Ҡалтыранып, үкһеп илайһың?
Устарыма һал һин йөрәгеңде,
Ҡулдарымдың тойһон йылыһын.
Ҡайғылары менән килдеме әллә
Көтөп алған оло байрамың?
Устарыма һал һин йөрәгеңде,
Яраларын өрөп бәйләрмен.
Белмәнеңме әллә көтмәгәндә
Нахаҡ һүҙҙәр килеп керерен?
Яралары тәрән, яралары,
Һүҙҙәр яралаған, күрәһең.
Әллә хушлашмайса киттеме икән
Көтөп алған йылы йәйҙәрең?
Устарыма һал һин йөрәгеңде,
Яраларын төрөп бәйләрмен.
Written by: Д. Булгакова, Ю. Узянбаев
instagramSharePathic_arrow_out