Нажип Юлдашбаев 的热门歌曲
制作
出演艺人
Нажип Юлдашбаев
表演者
Ҡышҡы йәйғор
表演者
作曲和作词
Нажип Юлдашбаев
作曲
歌词
Һинең өсөн атыр таңдарым
Һинең өсөн килер яҙҙарым
Һинең өсөн һуңғы мөхәббәтем
Һағышлы һәм наҙлы моңһоу йырҙарым
Һинең өсөн яҙам йырҙарымды, иркәм
Һинең өсөн яҙғас яҙмышым
Һинһеҙ үтте яңғыҙ төндәрем
Моңһоу килде йылы йәйҙәрем
Мин, хыялый, таңда ысыҡ кисеп
Томандарҙа һине эҙләнем
Һинең өсөн яҙам йырҙарымды, иркәм
Һинең өсөн яҙғас яҙмышым
Өмөтөмдө елкән итеп киреп
Күпме юлдар, йылдар ураным
Кәкүк миңә йәшем һанаманы
Тик һағыштар ғына юраны
Һинең өсөн яҙам йырҙарымды, иркәм
Һинең өсөн яҙғас яҙмышым
Исемеңде елдәр шыбырланы
Ә йондоҙҙар барыр юл һыҙҙы
Бәлки ошо йырым барып табыр
Тик хыялда тыуған һылыуҙы
Written by: Нажип Юлдашбаев