Элвин Грей 的热门歌曲
制作
出演艺人
Элвин Грей
表演者
作曲和作词
Юльякшин Радик Мухарлямович
词曲作者
歌词
Ишетәм бит йыраҡтан
Атлап килештәреңде
Тоям әллә ҡайҙарҙан
Йөрәк тибештәреңде
Ҡолас йәйеп ҡаршы алам,
Һағындырып киләһең
Һин тип башым әйләнгәнде
Әйтмәһәм дә һин беләһең.
Китмәҫкә кил яныма
Ғүмергә йәрем бул
Минең өсөн, һөйөклөм
Йырлап туймаҫ йырым бул
Наҙ тулы йөрәгемде
Бары һиңә һаҡланым
Күңел һине көткәнде
Инде ныҡлап аңланым
Китмәҫкә кил яныма
Ғүмергә йәрем бул
Минең өсөн, һөйөклөм
Йырлап туймаҫ йырым бул
Written by: Юльякшин Радик Мухарлямович