歌词
Ағиҙелдең буйы йәмле
Гөл сәскәһе далаһы
Шул иҙелдең ярҙарында
Матур Өфө ҡалаһы
Эх, Өфө ҡалаһы
Йәмле иҙел буйында
Ҡайҙа ғына йөрөһәмдә
Һин булырһың уйымда
Өфө урамдары асфальт
Бейек яңы йорттары
Кара төндө көндөҙ итә
Балҡып яңған уттары
Эх, Өфө ҡалаһы
Йәмле иҙел буйында
Ҡайҙа ғына йөрөһәмдә
Һин булырһың уйымда
Өфө баҡсалары матур
Гөл сәскәгә күмелгән
Йәйге көндә бер күрһәңдә
Мәңге китмәй күңелдән
Эх, Өфө ҡалаһы
Йәмле иҙел буйында
Ҡайҙа ғына йөрөһәмдә
Һин булырһың уйымда
Written by: Гафаров Алмас Айратович