歌词
Ҡояш балҡып һибә үҙ нурҙарын
Күңелдәргә йылы тултырып
Яҙҙың еле сәстәреңде елпеп
Уйнай йырлап киң күктәргә менеп
Яҙҙың еле сәстәреңде елпеп
Уйнай йырлап киң күктәргә менеп
Яландарҙа аттар бейей кешнәп
Урмандарҙа ҡоштар һайрай сеңләп
Ирәндеккә менеп тирә яҡҡа
Мин һоҡланып ҡарайым тағыла
Ирәндеккә менеп тирә яҡҡа
Мин һоҡланып ҡарайым тағыла
Япраҡ ярып ата сәскәләре
Йәмлек сәсә йәшел ағастарың
Һай Уралым минең тыуған яғым
Һинең менән тулған йөрәгем
Һай Уралым минең тыуған яғым
Һинең менән тулған йөрәгем
Written by: Гафаров Алмас Айратович