制作
出演艺人
BURELAR
表演者
Бурелар
表演者
作曲和作词
Ильшат Абдуллин
词曲作者
歌词
Йүгереп юлдарымда
Ашҡынып уйҙарымда
Мин барам һинең яндарыңа
Юғалам һинең хыялдарыңда
Белмәһәң минең яҙмышты
Күрмәһәң үткер ҡарашты
Эҙләмә яуап ят һүҙҙәрҙә
Табырһың уны минең күҙҙәрҙә
Юғалтам, эҙләйем, тапмайым
Хаталарымды ҡабатлайым
Ҡурҡыу һыуҙарында батмайым
Ләкин бер ни ҙә аңламайым
Моңһоу йырҙарымды йырлайым
Тубыҡланып ултырып илайым
Һуңғы хистәрҙе ҡурсалайым
Тик һин быларҙы аңламайһың
Түҙә алһаң донъя бушлығын
Көтә алһаң көндәр сафлығын
Булырмын һинең яндарыңда
Ҡалырмын һинең хыялдарыңда
Юғалтам, эҙләйем, тапмайым
Хаталарымды ҡабатлайым
Ҡурҡыу һыуҙарында батмайым
Ләкин бер ни ҙә аңламайым
Моңһоу йырҙарымды йырлайым
Тубыҡланып ултырып илайым
Һуңғы хистәрҙе ҡурсалайым
Тик һин быларҙы аңламайһың
Юғалтам, эҙләйем, тапмайым
Хаталарымды ҡабатлайым
Һуңғы хистәрҙе ҡурсалайым
Тик һин быларҙы аңламайһың
Written by: Ильшат Абдуллин