Гайсар Миндигулов 的热门歌曲
制作
出演艺人
Гайсар Миндигулов
表演者
作曲和作词
Гайсар Миндигулов
作曲
Айгуль Шайхисламова
词曲作者
歌词
Ҡояшлы йәй - күңел йәй
Бер мәл генә кеүек
Хәҙер китер үтеп
Йылы көндәр, айлы төндәр
Тәбиғәт саҡыра
Ял ит ҡосағында
Бейек тауҙарҙа таңдар ҡаршыла
Усаҡ янында дәрләнеп йырла
Ямғырлы кистәр
Ҡалырҙар иҫтә
Йәмле йәйҙәр үҙе рәхәт
Күңелле беҙгә
Бул бәхетле
Һәр көндө, һәр көндө, йәме?
Бул рәхмәтле
Барһына, барһына, йәме?
Йәйҙең йәме - еләк тәме
Үрелеп ал ғына
Үрелеп ал ғына
Һинең өсөн, минең өсөн
Барһы бар донъяла
Шатланып ал ғына
Бейек тауҙарҙа таңдар ҡаршыла
Усаҡ янында дәрләнеп йырла
Ямғырлы кистәр
Ҡалырҙар иҫтә
Йәмле йәйҙәр үҙе рәхәт
Күңелле беҙгә
Бул бәхетле
Һәр көндө, һәр көндө, йәме?
Бул рәхмәтле
Барһына, барһына, йәме?
Бул бәхетле
Һәр көндө, һәр көндө, йәме?
Бул рәхмәтле
Барһына, барһына, йәме?
Written by: Айгуль Шайхисламова, Гайсар Миндигулов