歌詞
Әгәр һин бында икән
Тимәк шулай кәрәк булған
Һәм елгә тулған елкән
Һинең ҡул минең ҡулда
Хыялдар әле алыҫ
Күҙ ҡараштары яҡын
Ниңәлер уйҙарымда
Боҙ урынына ялҡын
Һин
Йөрәгемдең ҡағышы
Күңелемдең һағышы
Һин
Йөрәгемдең ҡағышы
Күңелемдең һағышы
Кемдер әйтә яңылыш
Осраштыра тейеп яҙмыш
Ышанма зинһар өсөн
Был ҡулдар шундай таныш
Ҡойоласаҡ йондоҙҙар
Ҡороясаҡ һәр диңгеҙ
Нимәгә миңә улар
Нимәгә улар һинһеҙ
Һин
Йөрәгемдең ҡағышы
Күңелемдең һағышы
Һин
Йөрәгемдең ҡағышы
Күңелемдең һағышы
Ҡойоласаҡ йондоҙҙар
Ҡороясаҡ һәр диңгеҙ
Нимәгә миңә улар
Нимәгә улар һинһеҙ
Һин
Йөрәгемдең ҡағышы
Күңелемдең һағышы
Һин
Йөрәгемдең ҡағышы
Күңелемдең һағышы
Written by: Тимур Ямалов


