收錄於

積分

演出藝人
Фидан Гафаров
演出者
詞曲
Фидан Гафаров
詞曲創作
製作與工程團隊
Фидан Гафаров
製作人

歌詞

Томоролып, зәңгәр яулыҡ иҙәп, поезд саба
Ялан тәпәй йүгерә аҡ ҡайындар миңә таба
Барыр юлым иркен баҫыу, ҡырҙар аша үтә
Алда мине янар усаҡ булып өмөт көтә
Ырғый поезд, тулҡынланып юлдар ҡатылып ҡала
Туған ерем, гәзиз ерем мине наҙлап бара
Барыр юлым иркен баҫыу, ҡырҙар аша үтә
Алда мине янар усаҡ булып өмөт көтә
Юл ситендә яңгыҙ нарат кеүек ҡалдың баҫып
Ҡайтыр өсөн китеп барам һинән, һаубуллашып
Юлдар көтә мине, йырҙар көтә, шуға китәм
Айырылыу иркәм бигерәк ауыр, ауыр икән
Юлдар көтә мине, йырҙар көтә, шуға китәм
Айырылыу иркәм бигерәк ауыр, ауыр икән
Юлдар көтә мине, йырҙар көтә, шуға китәм
Айырылыу иркәм бигерәк ауыр, ауыр икән
Юлдар көтә мине, дуҫтар көтә, шуға китәм
Айырылыу иркәм бигерәк ауыр, ауыр икән
Written by: Фидан Гафаров
instagramSharePathic_arrow_out