Лилия Ишемьярова 熱門歌曲
積分
演出藝人
Лилия Ишемьярова
演出者
詞曲
З. Нагаева
詞曲創作
歌詞
Матур йөҙҙәр, йөҙҙәр матур,
Матур булғас кешеләр.
Матур тормош, тормош матур,
Булғас һеҙҙең ишлеләр.
Матур тормош, матур тормош,
Матур тормоштарығыҙ.
Матурлыҡ булып йөрәктә,
Ҡалаһығыҙ дуҫтарыбыҙ.
Айырылабыҙ китер яҡҡа,
Егелгән аттарыбыҙ.
һеҙҙең менән күрешеү булды,
Бәхет минуттарыбыҙ.
Айырылабыҙ, айырылабыҙ,
Айырылабыҙ, ахырыһы.
Айырылһаҡта, һеҙгә ҡала,
Йөрәгебеҙ йылыһы.
Һағынышып, хәл белешеп,
Күрешеүҙәр көтөрбеҙ,
Үтәрбеҙ бергә ғүмерҙе,
Сәскәле лә итербеҙ.
Һау булығыҙ, һау булығыҙ,
Һау булыуға ни етә .
Йырҙар аша осрашырбыҙ,
Тип күңел өмөт итә.
Аллаһ бирһә осрашырбыҙ
Тип күңел өмөт итә
Written by: З. Нагаева