歌詞
Аяҙ матур көндә
Беҙ осраштыҡ бергә
Иҫеңдәме, һин онотманыңмы
Шул көндөң сафлығы
һинең ҡүҙ ҡарашың
Йөрәгемдә ҡалған
Илатырға теләй
Зинһар өсөн, һин йонсотма мине
Ҡалдыр мине
Ярма йөрәгемде
Зинһар өсөн һин йонсотма мине
Ярма, ярма йөрәгемде
Нур ҡаплаған көндәрем - ул һин
Айлы матур төндәрем - ул һин
Һалҡын елдәр иҫкәне - ул һин
Ғашиҡмы мин
Көндәр болотланы
Ҡоштар йыраҡ осто
Әкрен генә ваҡыт уҙҙы
Мин усаҡта яндым, һине мин уйланым
Ә һин йөрәгеңдең яртыһын
Кемгәлер тапшырҙың
Written by: Алина Газизова, Ильнар Ганиев