音樂影片

積分

演出藝人
Элвин Грей
Элвин Грей
演出者
詞曲
Юльякшин Радик Мухарлямович
Юльякшин Радик Мухарлямович
詞曲創作

歌詞

Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма
Һыҙылып алһыу таңдар атҡанда
Ауылымды сорнап аҡ мамыҡҡа
Аҡ томандар йәйелеп ятҡанда
Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма
Ҡояш көлтә нурҙар һипкәндә
Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә
Ысыҡ тамсылары кипкәндә
Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә
Ысыҡ тамсылары кипкәндә
Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма
Тонйорап ҡына ҡояш батҡанда
Ал ебәк шәл булып, тау иңенә
Эңер күләгәһе ятҡанда
Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма
Ҡояш көлтә нурҙар һипкәндә
Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә
Ысыҡ тамсылары кипкәндә
Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә
Ысыҡ тамсылары кипкәндә
Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма
Күҙ ҡыҫышҡан саҡта йондоҙҙар
Еләҫ елдә рәхәтләнеп кенә
Серем иткән саҡта киң ҡырҙар
Ҡайтам әле тыуған яҡтарыма
Ҡояш көлтә нурҙар һипкәндә
Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә
Ысыҡ тамсылары кипкәндә
Сәскәләрҙең көләс йөҙҙәрендә
Ысыҡ тамсылары кипкәндә
Written by: Юльякшин Радик Мухарлямович
instagramSharePathic_arrow_out