Ринат Такалов 熱門歌曲
積分
演出藝人
Ринат Такалов
演出者
詞曲
Баева Гульнара Исламовна
詞曲創作
Беркет Филюс Финилевич
詞曲創作
歌詞
Аҡ ҡар булып яуайым микән һиңә
Иңдәреңә төшөп ҡунырға
Күҙҙәреңдән үбеп керпегеңә
Ынйыларҙай һиңә яуарға
Ҡар бөртөгө булайым микән һиңә?
Әйләнәйемме ап аҡ буранға?
Аҙаштырыр өсөн һөйөүемдә
Ҡайнар наҙҙарыма урарға
Ынйы ҡарҙар булайым микән һиңә
Сәстәреңде һинең биҙәргә?
Аҡ бурандар булып алыҫтарҙан
Сәләм биреп ҡулым иҙәргә
Ҡар бөртөгө булайым микән һиңә
Устарыңда иреп янырға?
Янырға ла ҡабат ҡарҙар булып
Ер өҫтөнә ҡабат яуырға
Written by: Баева Гульнара Исламовна, Беркет Филюс Финилевич