歌詞
Йылы ямғыр, күҙ йәштәрем булып ергә тамсылай,
Ғашиҡтарға ҡояш нурын һибә.
Тик ниңәлер мине һағыш уратып алды ниңә
Улай миңә ҡйын, һинһеҙ аңламайым.
Онот минең ҡарашымды,онот минең йылмайыуымды
Хистәремде, мөхәббәтемде һин онот.
Онот минең йөрәгемде, онот минең һүҙҙәремде
Хистәр менән уйнап туйҙым, арыным.
Аңламайым, һинең турала һаман мин уйлайым,
оноторға һине мин тырышам.
Хаттар яҙма, онот мине зинһар типа әйтә алмайым,
Мөхәббәтем күптән үтте аңла.
Онот минең ҡарашымды,онот минең йылмайыуымды
Хистәремде, мөхәббәтемде һин онот.
Онот минең йөрәгемде, онот минең һүҙҙәремде
Хистәр менән уйнап туйҙым, арыным.
Яҙ кеүек яңы тойғо уятырмын,
Мин йөрәгемдә.
Тик инде мин яныңда була алмаҫмын,
Ғәфү ит һин мине!
Онот минең ҡарашымды,онот минең йылмайыуымды
Хистәремде, мөхәббәтемде һин онот.
Онот минең йөрәгемде, онот минең һүҙҙәремде
Хистәр менән уйнап туйҙым, арыным.
Written by: Кунафин Загит Ражапович