Credits

Lyrics

Ах, душа мой, душа мой
Билдә ҡайыш бушамай
Уйнап торам, йырлап торам
Көлөп торам, бейеп торам
Ҡай ерҙәрем оҡшамай?
Ах, душа мой, душа мой
Ике ҡулым бушамай
Ҡамыр баҫам, икмәк һалам
Һыйыр һауам, һыуға барам
Ҡай ерҙәрем оҡшамай?
Ах, душа мой, душа мой
Минең күңелем бошонмай
Ҡашым ҡара, буйым зифа
Билем нескә, һүҙем шифа
Ҡай ерҙәрем оҡшамай?
Ах, душа мой, душа мой
Юғалтырһың бер шулай
Күҙҙәреңә ҡарап торам
Ни әйтһәң дә күнеп торам
Ҡай ерҙәрем оҡшамай?
Written by: Public Domain
instagramSharePathic_arrow_out

Loading...