I successi di Флюра Кильдиярова
Crediti
Testi
Йыуаса
Беҙҙең ҡоҙа хәлле икән
Йыуасаһы баллы икән
Ышанмаһаң, ашап ҡара
Шәкәрҙән дә тәмле икән
Тоҡтоң ауыҙын асайыҡ
Йыуасаһын сәсәйек
Ҡоҙағыйҙың күңеле булһын
Бөтөргәнсе ашайыҡ
Ҡамыр баҫһа, ҡоҙасаның
Ҡулы йәбешә микән?
Һеҙҙең яҡтың йыуасаһы
Майһыҙ ҙа бешә икән?
Эй, эт өрҙө, эт өрҙө
Тышта берәү юткерҙе
Ҡоҙағыйҙың йыуасаһы
Тамағымды бөтөрҙө
Written by: Public Domain