크레딧

실연 아티스트
MC BASH
MC BASH
실연자
작곡 및 작사
Кунафин Загит Ражапович
작사가 겸 작곡가

가사

Йылмаям бар донъяға, бәхетле кешеләр бит ураған,
Ҡурҡмайым һыуыҡ эҫенән, ер тетрәһен булһын ел-буран.
Хыялдар көслө булһа йыһанға ла беҙҙе илтәләр,
Хыялдар ҡанатландыра, мөғжизәле килә иртәләр.
Хыялдар көслө булһа юҡтыр кәртәләр,
Хыялдарым тик яныңа илтәләр.
Хыялдар көслө булһа юҡтыр кәртәләр,
Хыялдарым тик яныңа илтәләр.
Хағыныу тойғоһо ят түгел, ул мине тик, дәртләндерә,
Әйтерһен күрешеү теләгем, бар ер шарын әйләндерә.
Һиҙәм, теләйем, ышанам, һағынаң һәм осрашҡың килә,
Йәнә мин ҡанатланам һәм өнөмдә тик һиңә еләм!
Хыялдар көслө булһа юҡтыр кәртәләр,
Хыялдарым тик яныңа илтәләр.
Хыялдар көслө булһа юҡтыр кәртәләр,
Хыялдарым тик яныңа илтәләр.
Арымам алыҫтарҙан һине һағынып,
Күңел йылына тойғоларға ябынып.
Йәнә дөрләр усаҡ булып ҡабынып,
Ҡайтырһың яныма һағынып.
Хыялдар көслө булһа юҡтыр кәртәләр,
Хыялдарым тик яныңа илтәләр.
Хыялдар көслө булһа юҡтыр кәртәләр,
Хыялдарым тик яныңа илтәләр.
Written by: Кунафин Загит Ражапович
instagramSharePathic_arrow_out

Loading...