Создатели
ИСПОЛНИТЕЛИ
Юльякшин Радик Мухарлямович
Вокал
МУЗЫКА И СЛОВА
Умутбаев Раиль Агламович
Автор песен
Валиуллина Айгуль Гумаровна
Автор песен
Слова
Тормош ҡаҡҡан саҡтар аҙҙан түгел
Бәргеләнеп илай ҡайсаҡ күңел
Ауырлыҡтан бөтә һуңғы көсөм
Ярҙам ҡулын һуҙа яҡын кешем
Ҡабат тыуам йылы һүҙҙәреңдән
Ялҡын күсә ҡайнар йөрәгеңдән
Ул маяғым тормош юлдарында
Юҡ бирешмәйем дауыл буранына
Уйҙарымдың осон тапмай йөрөйөм
Әллә ниҙән йәнем өшөй белмәйем
Бар йылыһын өрөп минең өсөн
Наҙға төрә шул саҡ яҡын кешем
Ҡабат тыуам йылы һүҙҙәреңдән
Ялҡын күсә ҡайнар йөрәгеңдән
Ул маяғым тормош юлдарында
Юҡ бирешмәйем дауыл буранына
Шатлыҡ килһә бүләм уның менән
Минән нығыраҡ һөйөнәһең беләм
Унда ғына күрәм бәхет төҫөн
Бәхетемдән өҫтөн яҡын кешем
Ҡабат тыуам йылы һүҙҙәреңдән
Ялҡын күсә ҡайнар йөрәгеңдән
Ул маяғым тормош юлдарында
Юҡ бирешмәйем дауыл буранына
Юҡ бирешмәйем дауыл буранына
Written by: Валиуллина Айгуль Гумаровна, Умутбаев Раиль Агламович