Credits
PERFORMING ARTISTS
Ziliya Bahtieva
Performer
COMPOSITION & LYRICS
Гульдар Исмагиловна Хамитова
Songwriter
Ахатович Эдуард Хуснутдинов
Songwriter
Lyrics
Атай ҡыҙы тигән ҡушаматты
Бәләкәйҙән миңә таҡтылар
Атайымдың сағыу һыҙаттарын
Миндә күреп миндә таптылар
Йылы ҡулын тоям атайымдың
Булмаһа ла атай янымда
Ғәҙел һүҙең һүнмәҫ көслө рухың
Йәшәй атай минең ҡанымда
Етәкләшеп һинең менән бергә
Их үтергә ине урамдан
Үҫкәнем тип ҡәҙерлем тип атай
Ал ҡосаҡлап һөйсө арҡамдан
Йылы ҡулын тоям атайымдың
Булмаһа ла атай янымда
Ғәҙел һүҙең һүнмәҫ көслө рухың
Йәшәй атай минең ҡанымда
Атай ҡыҙы тигән ҡушаматты
Әйтеүселәр хәҙер бик һирәк
Ғүмер үткән һайын йылы һүҙең
Кәңәштәрең атай бик кәрәк
Ҡайҙа булма ҡайҙа йөрөһәм дә
Тоям атай һине янымда
Йылы ҡулың йылы ҡараштарың
Оҙата бара тормош юлымда
Written by: Ахатович Эдуард Хуснутдинов, Гульдар Исмагиловна Хамитова