Credits

PERFORMING ARTISTS
Лилия Исмагилова
Performer
COMPOSITION & LYRICS
Гарипов Рами Ягафарович
Songwriter
Исмагилов Радик Ахатович
Songwriter

Lyrics

Осоп үттем һинең баш осоңдан
Осоп үттем ә һин күрмәнең
Күрмәһәң дә үҙең бәғеремде
Һурып алдың кире бирмәнең
Нишләргә һуң миңә? Телем бармай
Сихырсы тип һине атарға
Ҡайтарһаң һин ҡайтар йөрәгемде
Үҙеңдеке менән ҡатарлап
Ниңә кәрәк инде һиңә минең
Яраланып бөткән йөрәгем?
Аһ, мин үҙем осоп төшөр инем
Булһаң икән тотор терәгем
Нишләргә һуң миңә? Телем бармай
Сихырсы тип һине атарға
Ҡайтарһаң һин ҡайтар йөрәгемде
Үҙеңдеке менән ҡатарлап
Осоп үттем һинең баш осоңдан
Осоп үттем, ә һин күрмәнең
Күрмәһәң дә үҙең бәғеремде
Һурып алдың кире бирмәнең
Нишләргә һуң миңә? Телем бармай
Сихырсы тип һине атарға
Ҡайтарһаң һин ҡайтар йөрәгемде
Үҙеңдеке менән ҡатарлап
Нишләргә һуң миңә? Телем бармай
Сихырсы тип һине атарға
Ҡайтарһаң һин ҡайтар йөрәгемде
Үҙеңдеке менән ҡатарлап
Ҡайтарһаң һин ҡайтар йөрәгемде
Үҙеңдеке менән ҡатарлап
Үҙеңдеке менән ҡатарлап
Written by: Гарипов Рами Ягафарович, Исмагилов Радик Ахатович
instagramSharePathic_arrow_out

Loading...