Music Video
Music Video
Credits
PERFORMING ARTISTS
MC BASH
Performer
COMPOSITION & LYRICS
Кунафин Загит Ражапович
Songwriter
Lyrics
Бына шулай юҡ иттең хәҙер араларҙы,
Кемдәр генә нисек төҙәтер яраларҙы.
Купме инде алыштырам урам – ҡалаларҙы,
Тик hаман ағартмай күңелдә ҡараларҙы.
Яман hүҙҙәр hиңә ҡабат яңғырамаҫ,
Бәлки берәү йылыларын әйтеүҙән арымаҫ.
Ә мин алыҫта hәм миңә кире ҡайтыуы ярамаҫ,
Ҡайтыу менән hинен куҙҙәр элеккесә ҡарамаҫ.
Хәтер тигән нәмәне нисек кенә юйырға,
Һағыныуҙан hине нисек кенә туйырға.
Оноторға тырышам, хыялдарҙы йыйырға.
Мәңге шулай булырмы, кемдер тейеш тыйырға.
Һүҙ бир миңә йәнә йәшенергә төпкәрәк,
Аңла инде мине, икебеҙгә лә кәрәк.
Ыҙалатма, ысҡындыр, hорай минең йөрәк,
Аңла инде мине, шулай тейеш, шулай кәрәк!
Осам, мин осам
Яңынан яныңа.
Осам мин осам
Яныңа яңынан.
Үҙем яттарҙан hине ҡыҙғанып маташам,
Төнө буйы hине эҙләп, төштәремдә hаташам.
Тик ниңәлер бер урында юғалам, аҙашам,
Бөтәhе лә якшы тиеп үҙ үҙемә алдашам.
Зинhар минең исемемде йөрәгеңдән сыйма,
Төшөмдә яңылыш күрешhәк, үтенәм мине тыйма.
Хистәргә хыянат итмә, был аҙымға ҡыйма,
Үткәндәге үпкәләрҙе куңелеңә йыйма.
Уяндым бына тағын ин тәмле урынында,
Шундай итеп рәхәт hинен ҡул яуырында.
Бергә үтә инек еңелен дә, ауырын да,
Ә ысынында шикләнмәйем hин мине табырыңда.
Күҙ йәштәрем минең ҡасандыр барыбер кибер,
Ә шулайҙа йөрәк мәңге hин тиеп тибер!
Шунлыҡтан яныңа мин яңынан осам,
Бер кемгә hине бирмәм, мәңгелеккә тип осам!
Осам, мин осам
Яңынан яныңа.
Осам мин осам
Яныңа яңынан.
Бына шулай юҡ иттең хәҙер араларҙы,
Кемдәр генә нисек төҙәтер яраларҙы.
Купме инде алыштырам урам – ҡалаларҙы,
Тик hаман ағартмай күңелдә ҡараларҙы.
Яман hүҙҙәр hиңә ҡабат яңғырамаҫ,
Бәлки берәү йылыларын әйтеүҙән арымаҫ.
Ә мин алыҫта hәм миңә кире ҡайтыуы ярамаҫ,
Ҡайтыу менән hинен куҙҙәр элеккесә ҡарамаҫ.
Written by: Кунафин Загит Ражапович


